

Башҡортостанда 14 апрелдә «Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһенең төбәк этабы ойошторола. «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ошо хаҡта белдерҙе.
Күләмле сара Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Мәләүездә, Бөрөлә, Нефтекамала, Күмертауҙа, Белоретта, Учалыла, Сибайҙа, Салауатта, Ишембайҙа, Бәләбәйҙә һәм Октябрьскийҙа үткәрелә. Ленара Иванова әйтеүенсә, 2023 йылда йәрминкә тәүге тапҡыр тотош илдә бер үк ваҡытта башлана. Башҡортостанда ул йыл һайын уҙғарылған «PROFФЕСТ» төбәк фестивале менән берләштерелә.
Йәрминкәнең 13 майҙансығында Башҡортостандың 260-тан ашыу предприятиеһы ҡатнаша, улар 5700-ҙән ашыу вакансия тәҡдим итә. Эш ваҡыты — иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем (Өфөлә иһә иртәнге 10-дан). Сара баш ҡаланың «Торатау» конгресс-холында була.
«Рәсәй эше»нең икенсе этабы 23 июнгә билдәләнгән (Өфөлә «Арт-квадрат» майҙансығында).