


Әҙерләү ысулы: ҡалын төплө кәстрүлгә һөт, шәкәр, он һәм кaкао һалына. Плитәне ҡабыҙып, кәстрүлде ҡуйғас, көйөп китмәһен өсөн туҡтауһыҙ болғата-болғата ҡайнатып сығарығыҙ.
Ҡайнап сыҡҡас, 1 минyт тирәһе талғын ғына утта тотоғоҙ. Аҙаҡ 20 минутлап һыуытабыҙ.
Хәҙер майҙы һалып болғатабыҙ - ҡуйырыҡ булып, ялтырап китә.
Өҫтөнә шокoлад ҡырып һалырға, сәтләүек онтағы һибергә була, шулай уҡ емеш-еләк ҡулланырға ла мөмкин.
Ауыҙҙа иреп торған тәмлекәс әҙер!
Сығанаҡ һәм фото: vk.com