

Сибай концерт-театр берекмәһенең ҙур залында «Алтын ҡуллы Сибай һылыуҡайы» бәйгеһе уҙҙы. Унда конкурстың финалына үткән ҡаланың иң һылыу, иң уңған, иң шәп 7 ҡыҙы ҡатнашты. Матурлыҡ бәйгеһенең еңеүсеһе тип Антингән ауылы ҡыҙы Азалия Байғаболова табылды. Азалия әлеге көндә Сибай медицина колледжының дүртенсе курсында белем ала. Киләсәктә лә уҡыуын дауам итеп, юғары белемле табип булмаҡсы. Азалияны ихлас күңелдән еңеүе менән ҡотлайбыҙ. Яңы үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ!
Сығанаҡ: район хакимиәте.