«Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсы финиш һыҙығына сыға. 4 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында конкурста ҡатнашыусыларҙың презентацияларын яҡлау башланды. Дүрт көн дауамында эксперт комиссияһы ҡатнашыусыларҙың проекттарын баһалай. 7 апрелгә тиклем министрлыҡтар һәм ведомстволар, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты вәкилдәре муниципаль район хакимиәттәренән ебәрелгән ғаризалар, видеороликтар менән таныша.
Республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, быйыл «Айыҡ ауыл» исеменә 54 ауыл дәғүә итә — һәр райондан берешәр. Презентацияларҙы яҡлауҙа ауыл әүҙемселәре һәм район хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнаша.
Беренсе көндә республика конкурсында 15 ҡатнашыусы үҙ проекттарын яҡланы. Уларҙың барыһы ла 250-гә тиклем кеше йәшәгән «Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһында ҡатнаша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән 2020 йылдан конкурстың бүләк фонды утыҙ тапҡырға — 1,4 миллиондан 40 миллион һумға тиклем арттырылды. 6 миллион һум «Эре тораҡ пункттар» номинацияһында еңеүсегә тапшырыла. Номинацияла еңеүселәргә иһә 5, 4 һәм 3 миллион һум.