

Уҙған аҙнала Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһы Абхазияға эш сәфәре менән барҙы. Беҙҙекеләр абхаз коллегалары менән сәнәғәт, нефть химияһы, ауыл хужалығы, мәғариф, туризм өлкәләрендә килешеүҙәр төҙөнө. Шундайҙарҙың береһе - «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проектын Абхазия менән берлектә тормошҡа ашырыу.
- Беҙ республика халҡына был матур илде асырға әҙер. Бында күркәм тәбиғәтте, диңгеҙҙе, байтаҡ уникаль тарихи объекттарҙы күрергә мөмкин. Был сәфәребеҙҙән һуң бер нисә программаға үҙгәрештәр индерәсәкбеҙ: мәктәп туризмына һәм «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» буйынса өлкәндәр өсөн туризмға. Был программаларҙа ҡатнашыусылар өсөн Абхазияла ял итеү мөмкинлеген асасаҡбыҙ, - тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошондай уҡ килешеү Беларусь республикаһы менән төҙөлдө. Уға ярашлы, «Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты әҙерләнде.