21 апрелдә Ураҙа байрамы билдәләнә. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, республикала был көн рәсми рәүештә ял булараҡ иғлан ителә. Шулай итеп, 5 көнлөк эш аҙнаһы булғандар рәттән өс көн ял итә. 20 апрелдә эш көнө бер сәғәт ҡыҫҡара.