ЙӘМҒИӘТ
4 Апрель 2023, 04:30

Өфөлә дүрт машина бәрелешкән, уларҙың береһе юл ситендәге йәйәүлеләргә төкөгән.

..

Ҡурҡыныс видео! 🔞

Өфөлә дүрт машина бәрелешкән, уларҙың береһе юл ситендәге йәйәүлеләргә төкөгән.

Энтузиастар урамында «Киа Сид» руле артындағы 36 йәшлек водитель күрше һыҙаттан барған «Ниссан»ға бәрелә. Һөҙөмтәлә «Киа» идара итеү һәләтен юғалтып, ике йәйәүлене төкөй. Бынан һуң машина ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм «Фольксваген Туарег» менән бәрелешә, һуңғыһы «Хендай Солярис»ҡа төкөй.

«Киа» водителе һәм уның пассажиры — 41 йәшлек ҡатын, шулай уҡ йәйәүлеләр: 41 йәшлек ҡатын һәм 10 йәшлек малай дауаханаға оҙатыла.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә.

https://vk.com/bashkortostanim

Башҡортостаным | яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас