

Ә һеҙ беләһегеҙме ни өсөн Сибай ҡалаһының үҙәгендә һыуһарға һәйкәл ҡуйылған? 1812 йылғы Ватан һуғышында илебеҙҙе һаҡлаусы башҡорт полктарына ҡуйылған тәүге һәйкәл ҡайҙа урынлашҡан ? Немец хәрби әсирҙәре ҡайһы йорттарҙы төҙөнө икән? Сибай ҡалаһын беләбеҙ,тип уйлаһаҡ та, белгәнебеҙҙән белмәгәнебеҙ күп икән.
Үҙебеҙҙең Урал аръяғының бай тарихлы баш ҡалаһы Сибайҙы арҡырыһынан буйына гиҙеп йөрөп, 7Б класы уҡыусылары уны үҙҙәре өсөн өр-яңынан асып,күңелле лә,файҙалы ла ял итеп ҡайтты.
Беҙҙе Сибай күп профилле профессиональ колледжында ихлас йылы ҡаршы алдылар.Бик теләп колледж буйлап экскурсия үткәрҙеләр, унда өйрәтелгән һөнәрҙәр менән таныштырҙылар,ДПИ бүлеге студенттарының таштан эшләнгән, күҙҙең яуын алып торған ҡул эштәре музейын күрһәттеләр,ашханаһының тәмле аштарын дә ашап ҡараныҡ..
Сибай ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейының экспозиция,экспонаттар байлығын,күплеген һанап ,матурлығын әйтеп бөтөрлөк түгел.Ул көндө музейҙа тере үрмәкселәр һәм скорпиондар күргәҙмәһе лә эшләй ине. Артабан автобуста Сибай ҡалаһының иң иҫтәлекле тарихи урындары буйлап экскурсияға сыҡтыҡ .Сибай институты музейын күреү бәхете тейҙе..Унда ла студенттарҙың ҡулдары тыуҙырған матурлыҡтан күҙҙәр ҡамаша ине. Балалар хайран ҡалды.
Шундай матур хистәргә сорналып, күтәренке кәйеф менән Hopper Батут паркына юл тоттоҡ.Ундағы эмоцияларҙан балаларҙың ҡанаттары үҫеп сыҡҡандай булды. Иң аҙаҡтан Боҙ һарайында ҡуйылған матур музыка ыңғайына конькиҙа шыуҙылар.Шулай итеп,балалар уҡыу йылы аҙағына етерлек көс,дәрт алып,күңелдәре матур хистәргә тулышып,белемдәрен арттырып ,ҡабатланмаҫ хәтирәләгәр байып ҡайттылар.
Рәхмәт,үҙебеҙҙең Урал аръяғының баш ҡалаһы –яратҡан ҡалабыҙ Сибай!Ошо экскурсияларҙы ойоштороусы тыуған яҡты өйрәнеү музейының директоры Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллинаға,ҡала буйлап экскурсияла йөрөтөүсе Миңнур Шәриф ҡыҙы Шәһиеваға, күп профилле колледждың барлыҡ ихлас уҡытыусыларына,водителебеҙ Самат Азат улы Солтановҡа,ата-әсәләргә һәм,әлбиттә,директорыбыҙ Риф Мәжит улы Баймурзинға ҡабатланмаҫ мәлдәр,шатлыҡтар бүләк иткәнегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.Барығыҙға ла именлек-һаулыҡ теләйбеҙ.
7Б класы уҡыусылары һәм класс етәкселәре Йәнйегетова Л.З.