

Билдәле булыуынса, республиканан, райондан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам даими туплана, уларға кәрәк-яраҡ, төрлө әйберҙәр гуманитар ылау менән оҙатыла. Ярҙамсыллыҡ хәйбуллалар өсөн хас күренеш. Гуманитар ярҙам ил яҙмышына битараф булмаған граждандар, эшҡыуарҙар һәм ойошмаларҙың әүҙем булышлығында йыйыла.
Дөйөм алғанда, махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә йылы кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре, медикаменттар, бензобысҡыс, аккумуляторҙар, газ баллондары менән бер рәттән, төрлө ҡорамалдар, мәҫәлән, буржуйка мейестәре, электрогенераторҙар, портатив газ плиталары, иретеп йәбештереү аппараттары, тепловизорҙар һәм башҡалар оҙатылды. Юлһыҙ ерҙән үтә алған "УАЗ" автомобиле лә ебәрелде.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә ярҙам итеү маҡсатында район үҙәгендә хәйриә йәрминкәһе лә ойошторолдо. Хәйбулла ирекмәндәренең башланғысы менән ойошторолған сараға бөтә ауылдар халҡы тиерлек ҡушылып, үҙ өлөшөн индерҙе. Әйтергә кәрәк, һәр төбәктә лә төрлө акциялар даими рәүештә уҙғарыла. Мәҫәлән, Садовыйҙа йәшәүселәр быҡтырылған ит әҙерләгәне, әбүбәкерҙәр бөтә ауыл менән ҡорот йыйҙы, юлбарыҫтар бергәләп маскировкалау селтәрҙәрен үрҙе, Әбеш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары йылы түшәктәр текте һәм башҡалар. “Ылау имен барып етеп, яугирҙарға тыуған яҡ сәләмен еткерһен, күстәнәстәр көс-дәрт өҫтәһен, кәрәк-яраҡтары хеҙмәттәрендә ярап ҡалһын! Тиҙерәк Еңеү килһен! Донъяла тыныслыҡ урынлашһын!” – тип теләй ярҙамсыл хәйбуллалар. Ә яугирҙар: “Яныбыҙҙа һәр ваҡыт ысын күңелдән ярҙам итергә әҙер яҡташтарыбыҙҙың барлығын тойоу бик ҡыуаныслы”, – тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр.