

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ниндәй түләүҙәр ҡаралған:
Тәғәйенләнгән урынға барып еткәнсе үк контракт төҙөгән мәлдән хәрби операцияла ҡатнашыусы түләүҙәр ала башлай:
рядовой - 35-40 мең һум
сержант - 45-50 мең һум
прапорщик - 50-60 мең һум
йылына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата ярҙам - 20 мең һумдан башлап
эш башлағанда бирелә торған пособие - 20 мең һумдан башлап
килешеү төҙөгәндә бер тапҡыр бирелә торған түләү - 195 мең һум.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан мәлдән яугиргә түбәндәге сумма түләнә:
тәүлек түләүҙәре (командировка аҡсаһы) - 4 240 һум
ай һайын ике оклад - 20-35 мең һум
айлыҡ социаль түләү - 37 мең һум
яраланған осраҡта страховка түләүе - 3 миллион һум (яраның дәрәжәһенә ҡарап, өҫтәп - 70-300 мең һум)
яугир һәләк булған осраҡта ғаиләгә страховка түләүе - 12 миллион 400 мең һум һәм республиканан 2 миллион һум
хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә.
Башҡортостан Башлығының 2022 йылдың 11 октябрендәге РГ-415-се бойороғона ярашлы, хәрби операцияла ҡатнашыусыларға социаль ташламалар ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт – http://mintrud.baskortostan.ru рәсми сайтындағы түбәндәге һылтанма буйынса: https://vk.cc/cmFy7C
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәрби хеҙмәт үтеүгә контракт төҙөү өсөн:
- иҫәптә торған урын буйынса хәрби комиссариатҡа (комиссариаттарҙың исемлеге һылтанмала бирелә: https://clck.ru/33qV9P);
- хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә кәрәк: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 , тел.: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63
Онлайн-ғаризаны:
- Рәсәй Оборона министрлығының рәсми сайтындағы шәхси кабинетта lkg.mil.ru
- Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы «Ирекмән булып йәки контракт буйынса хеҙмәт итеү» сервисы https://clck.ru/33X5Vp ярҙамында ҡалдырырға мөмкин
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан