

Халҡыбыҙҙа “ыуыҙ ҡоймағы” тигән йола йәшәй. Хужалыҡтарҙа һыйырҙар иш, бол килтереп быҙаулай башланы ла инде. Ысынлап та, һөттән ниндәй генә ризыҡ әҙерләмәйбеҙ! Ҡаймағы ла, эремсеге лә, ҡатығы ла, ҡорото ла... Ағы барҙың – туғы бар, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Ыуыҙ һыйыр быҙаулағандың тәүге өс көнөндә генә була. Ул һөттән ныҡ айырыла. Төрлө витаминдарға бай. Ҡуйы, майлы, һарғылт төҫтә һәм әскелтем тәм бирә.
"Татыр-Үҙәк ауылының "Ағинәйҙәр" клубы ағзалары Сафура Әхмәтованың өйөндә халыҡ йолаһын башҡарҙы. Эшһөйәр Әхмәтовтар ғаиләһе ыуыҙҙан тәмле ҡоймаҡ бешерә. Хужабикә ҡунаҡтарҙы сәләмләп ҡаршы алды һәм өҫтәл артына саҡырҙы. Ә беҙ күстәнәстәребеҙ менән ҡунаҡҡа килдек. Беҙҙә шулай ҡабул ителгән. Яңы тыуған быҙау өсөн үҙенең ҡулдары менән муйынына сағыу матур бәйләм яһап ҡуйҙылар. Был йолаларҙы һәр ауылда үҙенсә үткәрәләр. Төрлө тәмлекәстәрҙән һығылып торған табын артында ыуыҙҙан бешерелгән ҡоймаҡ менән һыйланып, боронғо йырҙар йырланылар, доғалар уҡынылар. Ҡайтыр алдынан ҡунаҡтар хужаларына ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләне. Кәртәгә ингәндә быҙауҙың эргәһенә килеп, муйынына бәйләм бәйләп һәм быҙауҙың хужаларын ҡыуандырып ҙур булып үҫеүен теләгәнек!" - ти Татыр-Үҙәк ағинәйҙәре.