Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Март 2023, 10:56

Йәштәрсә дәртле уҙаман

Аҡъяр ауылынан Зәкәриә Хунафин 90 йәшен билдәләне

Йәштәрсә дәртле уҙаман
Йәштәрсә дәртле уҙаман

Оҙон ғүмер юлын үтеп, оло йәштә лә күңеле дәртле, аҡылы яҡты, ихлас йылмайған кешеләрҙең ҡартаймауы билдәле. Аҡъяр ауылынан Зәкәриә Хунафинға ҡарап, бының хаҡлыҡҡа тура килеүенә инанаһың. Хөрмәтле уҙаман күптән түгел 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Оло йәштәге юбиляр зиһенле булыуы һәм тормошто яратыуы менән хайран ҡалдыра. Әле лә ул егеттәрсә етеҙ һәм дәртле олатай.

Зәкәриә Ишмөхәмәт улы Бәләкәй Арыҫланғол ауылында 1933 йылда донъяға килә. Тыуған ауылында дүрт класты тамамлағас, ғаилә Аҡъюл ауылына күсә. Шунда ул ете класс белем ала. Ауыр заман булһа ла, тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә ул. Зәкәриә Хунафиндың да яҙмышы ул дәһшәтле йылдарҙа йәшәгән башҡа балаларҙыҡына оҡшаш – һуғыш йылдары һәм унан һуң да еңел булмаған ваҡытта уҙған бала, үҫмер сағы, оло тормош юлына аяҡ баҫыу осоро. Бәләкәй саҡтан ауыл тормошо эшен татып үҫә. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн колхоз эшенә иртә егелә. “Һуғыш ваҡыты йылдарында ерен дә һөрҙөк, бесәнен дә саптыҡ. Нимә ҡушһалар, шуны эшләнек”, - тип хәтерләй ул. 

Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 12-се һанында

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас: