Элек-электән даға - бәхет, уңыш һәм байлыҡ килтергән символ ул. Башҡорттарҙың атты изгеләштереп ҡарағанлығы төрлө йола һәм ышаныуҙар миҫалында ла күрергә мөмкин. «Даға тапһаң — бәхеткә» тигән юрау, мәҫәлән, шул боронғо ҡараштарҙың алыҫтағы бер шаңдауы ул. Боронғо кешеләр ат, изге мал булараҡ, үҙенең тояҡтары менән уҫал рухтарҙы, ен-пәрейҙәрҙе ҡурҡытып, ҡыуып ебәрә икән, тип уйлаған. Ауылдарҙа ҡапҡа баштарына, умарталыҡтарҙа ҡыу ат башы элеү, йә тупһаға, бағанаға даға ҡағыу йолаһы әлеге ваҡыттарҙа ла осрай.
Ысын дағаны үҙ ҡулдарығыҙ менән эшләһәгеҙ, ул да көслө энергетикаға эйә буласаҡ, тип иҫәпләй Садовый ауылының оҫтабикәләре. Ошо уңайҙан Садовый ауылының мәҙәниәт йортонда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Һәм, әлбиттә, барыһына ла ижади эштән ыңғай тәьҫораттар алырға мөмкинлек биргән ҡыҙыҡлы сара килеп сыҡты.
фото:Садовый мәҙәниәт йорто.