ЙӘМҒИӘТ
23 Март 2023, 08:04

Хәйриә акцияһы

Район үҙәгендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү маҡсатында хәйриә йәрминкәһе ойошторолдо

Хәйриә акцияһыХәйриә акцияһы
Хәйриә акцияһы

Район үҙәгендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү маҡсатында хәйриә йәрминкәһе ойошторолдо. Хәйбулла ирекмәндәренең башланғысы менән ойошторолған сараға бөтә ауылдарҙан да тиерлек ҡушылып, үҙ өлөшөн индерҙе.

Мөгәрәптәргә “ревизия яһалып”, төрлө ҡайнатмалар, ҡамыр ризыҡтары, йәшелсә, емеш-еләк һатыуға сығарылды. Аҡъяр ауылынан Фаил Юлдашбаев хатта тере һарыҡтар ҙа килтергән ине. Һатыусылар ғына түгел, ошоларҙың барыһын да һатып алыусылар ҙа үҙ өлөшөн индерҙе хәйриә акцияһына. Аҡъяр баҙары майҙаны изге ниәт менән берләшкән район халҡы тауыштарынан ҡырмыҫҡа иләүендәй гөрләп торҙо. Сараны ойоштороусыларҙың да, унда ҡатнашыусыларҙың да теләге бер – ир-егеттәребеҙ иҫән-һау тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын!

Хәйриә акцияһы
Хәйриә акцияһы
Хәйриә акцияһы
Хәйриә акцияһы
Хәйриә акцияһы
Хәйриә акцияһы
Хәйриә акцияһы
Хәйриә акцияһы
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас