

Унда Хәйбулла районы имам-мөхтәсибе урынбаҫары Муса хәҙрәт Мәхмүтов, Бүребай һәм Абделнәсир ауылы имамдары, ауыл хәҙрәттәре, Сиҙәм ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Мөнир Зиннур улы Иҫәнгилдин, ауылдың активы, депутаттары ҡатнашты.
Йыйылышта ауыл мәсетенең имам-хатибы Ринат хәҙрәттең ғаризаһы ҡаралды. Ул һаулығының торошона бәйле имам-хатип вазифаһынан бушатыуҙы һораны. Халыҡ Ринат хәҙрәттең эшенә юғары баһа бирҙе һәм рәхмәт белдерҙе.
Ринат хәҙрәт мәсеттә әүҙем эшләне, тип белдерә ауыл халҡы. Эшенә һәр саҡ намыҫ менән яуаплы ҡараны. Уның тырышлығы һәм ойоштороу һәләте менән иман йортона ремонт үткәрелде, тирә-яғы кәртәләнде. Хәҙрәттәр, ағинәйҙәр менән берлектә күп эштәр башҡарылды, Район мәсете исеменән Муса хәҙрәт тә Ринат Тимерғәле улының эшенә һәйбәт баһа бирҙе һәм ысын күңелдән рәхмәт белдереп, иҫәнлек-һаулыҡ теләне һәм үҙенең изге теләктәрен еткерҙе.
- Халҡыбыҙ элек-электән иманлы булған, дин тотҡан, намаҙ уҡыған. Бөгөн беҙ ҙә иманда булып, үрнәкле булырға тейешбеҙ. Динебеҙҙе ихтирам итәйек, мосолман булып ҡалайыҡ.
Имам-хатип һайлау буйынса уның бурыстарын билдәләп үтте. “Имам-хатип – ул “алда тороусы”, ауылда динде алып барыусы, халыҡты ойоштороусы. Мәсеттә намаҙ уҡыу, йыназа, никах уҡыу, балаға исем ҡушыу кеүек эштәрҙе үтәүсе булырға тейеш. Имамды һәр кем ихтирам итергә бурыслы”, - тине ул. Яңы имам-хатип вазифаһына тәҡдим ителгән ,оҙаҡ йылдар ошо уҡ мәсеттә хеҙмәт итеүсе Наил Зәкәриә улы Итбаевты ҡотлап, уңыштар теләне. – Мәсеттә оҙағыраҡ эшләгән һәм кешеләр менән күберәк аралашҡан һайын тәжрибә тупларһығыҙ, үҙегеҙгә ҡарата ышаныс та артыр. Халыҡты йома намаҙҙарына йыйып, халыҡтың дин тотоуына яуаплылыҡ тойоп эшләргә саҡырҙы.
Был тәҡдимде барыһы ла хупланы, ихлас ҡабул итте һәм изге теләктәр еткерҙеләр, эште һәйбәт башҡарыуына ышаныс белдерҙеләр. Йыйылыштың икенсе өлөшө Ир-егеттәр ҡоро тураһында әңғәмә менән дауам итте.