

Конкурсҡа өс төрлө темаға текстар ҡабул ителә:
- башҡорт телендә иркен аралаша белеүселәр өсөн (220 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) - Башҡортостанда Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылына арналған текст;
- башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн (150 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) - Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышланған текст;
- башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн (150 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) - «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы иғлан иткән Фән һәм мәғариф йылына арналған текст.
Эштәрҙе bashdiktant2023@mail.ru электрон почтаһына 3 апрелдең 23:00 тиклем ебәрергә кәрәк.
Һәр йүнәлештә бер еңеүсе билдәләнәсәк, улар 5000 һум приз менән наградаланасаҡ, авторҙың тексы Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында уҡыласаҡ.
Еңеүселәр ойоштороу комитеты тарафынан билдәләнә.
Ҡатнашығыҙ! Еңегеҙ!
#ҡоролтай #башҡорттар #ВсемирныйКурултайБашкир
#БашФонд #БашҡортТеле #БашДиктант2023
Сығанаҡ: Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы