ЙӘМҒИӘТ
19 Март 2023, 04:54

Динә Хәкимова һылыуҡайҙар бәйгеһендә еңеү яуланы!

И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында ете студент ҡыҙ еңеүсе тажы өсөн һынау тотто

Динә Хәкимова һылыуҡайҙар бәйгеһендә еңеү яуланы!Динә Хәкимова һылыуҡайҙар бәйгеһендә еңеү яуланы!
Динә Хәкимова һылыуҡайҙар бәйгеһендә еңеү яуланы!

Был конкурс студенттар өсөн матур йолаға әүерелгән. Конкурсты ойоштороусылар -Район мәҙәниәт йорто һәм И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы.

Сарала ҡатнашыусыларҙы һәм сәләмләү һүҙҙәрен колледж директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Ләйсән Баймырҙина сәләмләне. Жюри составында колледж директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Ләйсән Баймырҙина, колледж китапханасыһы Ләйсән Насирова, шулай уҡ эшҡыуарҙар һәм конкурс бағыусылары Эльза Дәүләтҡолова һәм Гөлсәсәк Дәүләтҡолова булды. Конкурс дүрт этаптан торҙо: “Визитка”, “Мин бына ошолай эшләй алам”, “Һорау-яуап” һәм “Модельер” дефилеһы.

Конкурс йомғаҡтары буйынса таж һәм таҫма наградаһына биҙәү-ҡулланма сәнғәте төркөмө студенты Динә Хәкимова лайыҡ булды. 2-се урынды (“Грация һылыуҡайы”) - Сабина Исрафилова, 3-сө урынды (“Артислыҡ һылыуҡайы”) Снежана Мартынова алды.

Башҡа ҡыҙҙар түбәндәге номинацияларҙа билдәләнде: “Һөкөмлө һылыуҡай” - Арина Саламатова “Гениаллек һылыуҡайы” - Елизавета Хуртина “Элегантлыҡ һылыуҡайы” - Алина Красникова. “Һөйкөмлө йылмайыу һылыуҡайы” - Яҙгөл Солтанова Гүзәллек байрамы Мәҙәниәт йорто артистарының концерт номерҙары менән оҙатылып барҙы.

  

Динә Хәкимова һылыуҡайҙар бәйгеһендә еңеү яуланы!
Динә Хәкимова һылыуҡайҙар бәйгеһендә еңеү яуланы!
Динә Хәкимова һылыуҡайҙар бәйгеһендә еңеү яуланы!
Динә Хәкимова һылыуҡайҙар бәйгеһендә еңеү яуланы!
Автор:Зилә Аҡъюлова
Читайте нас