

Яҡташыбыҙ, йырсы Зөлхизә Илбәкова ҡатнашлығында юғары рейтинглы “Sokagin cocuklari” ("Урам балалары") һәм "Yarci" ("Ҡарар") сериалдары донъя күрҙе.
"Төркиә миңә ныҡ оҡшай, матур ил, бигерәк тә диңгеҙ буйында йөрөгә яратам. Кешеләре алсаҡ, итәғәтле, урындағы халыҡ гел ярҙам итергә тырыша. Съемкалар ҡыҙыҡлы үтә, команда бик көслө, тайминг буйынса эшләйбеҙ, һәр бер минутына тиклем яҙылған. Төркиәлә дуҫтарым күп, гел аралашып, һөйләшеп торабыҙ. Уларҙы Урал тауҙары, "Урал батыр" эпосы аша Башҡортостан менән таныштырам", - ти яҡташыбыҙ Зөлхизә. Афарин, башҡорт ҡыҙы!
Фотоһүрәттә: Зөлхизә Илбәкова популяр төрөк актерҙары Каан Урганджиоглу, Сыла Тюркоглу, Барыш Айташ, Али Ярги, Докушанн Генгер, Деврим Озкан менән.
Мәғлүмәт КУРАЙ-ТВ төркөмөнән алынды.