Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Март , 16:15

Һыйыры барҙың – һыйы бар

“Һөтсөлөк – табышлы тармаҡ”, - ти Айрат Рәхмәтов

Һыйыры барҙың – һыйы бар
Һыйыры барҙың – һыйы бар

Ҡыш – ауыл хужалығы өсөн иң яуаплы миҙгелдәрҙең береһе, сөнки мал ҡышлатыу миҙгелен ойошҡанлыҡ менән атҡарыу, яңы тыуған быҙауҡайҙарҙы имен-һау үҫтереү, һөт һауыуҙы кәметмәү, яҙға имен аяҡ баҫыу – һәр хужалыҡтың төп бурысы. Быларға өҫтәп, мал һанын кәметмәү маҡсаты ла ҡуйыла.

Ошо көндәрҙә районда малсылыҡ тармағында табышлы эшләгән хужалыҡтарҙың береһе, Яңы Ергән ауылынан Айрат Рәхмәтовтың малсылыҡ фермаһында эштәр барышы менән таныштыҡ. 2011 йылда үҙ шөғөлөн асҡан эшҡыуар бөгөн аяғында ныҡлы баҫып тора.

Айрат Ғибәт улы колхоздар тарҡалғас, тәүәкәлләп, Ырымбур өлкәһенән 11 баш эре мал алып ҡайтып, малсылыҡ тармағында эшкә ғаиләһе менән тотона. Ҡатыны Рәмилә Рәхмәтова бухгалтерлыҡ эшен аалып бара, эшселәрҙе туҡландырыу һәм һөт ағын эшкәртеү, уны тапшырыу менән булыша. Бөгөнгө көндә Рәхмәтов крәҫтиән-фермер хужалығында 120 баш эре мал, 60-тан ашыу һауын һыйыр,  60-лап һарыҡ, 70-ләп баш йылҡы малы иҫәпләнә. Әлеге көндә аттар тибенлектә йөрөй. Эре малды тәжрибәле малсы Николай Абросов ҡарай. Һауын һыйырҙарҙы Наталья Сычева һауа, шулай уҡ быҙауҙарҙы тәрбиәләй. Хужалыҡ етәксеһе әйтеүенсә, малсыларҙың эше план буйынса бара. Ҡыш бауыры оҙон, тиһәләр ҙә, уларға оҙон ҡыш та, сатлама һыуыҡтар ҙа ҡурҡыныс түгел. Көндәлек тырыш хеҙмәттәре менән юғары һауым һәм яҡшы артым алыуға ынтыла.

Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 11-се һанында

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас в