"Башинформ" хәбәр итеүенсә, уның ғүмере бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында өҙөлгән, үҙе йәшәгән йорт ҡыйығынан төшкән ҡар аҫтында ҡалған. Александр Коротков оҙаҡ йылдар Йылайыр районы хакимиәтендә эшләне. Социаль өлкә өсөн яуаплы булды. 2000-се йылдар башында ул Матрай мәктәбе директоры булды.