Стәрлетамаҡта 1-се бала табыу йортонда палаталағы күршеһе сабыйын тәҙрәнән ырғытҡан Виктория Иванова йәнә ауырға ҡалған. Өсөнсөгә сабый көткәс әсә үҙенең яҙылыусылары менән ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашҡан, ваҡыт етте, тип яҙған ул социаль селтәрҙә. Яҙма аҫтында йөклө килеш төшкән фотоһүрәтен ҡуйған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Виктория Иванова менән фажиғә Стәрлетамаҡта 2021 йылдың авгусында була. Палаталағы күршеһе уның яңы тыуған улын тәҙрәнән ырғыта. Малайҙы ата-әсәһе Володя тип атаған була. Ғаилә юғалтыуҙы бик ауыр кисерә.