Екатеринбургта Башҡортостан гражданының һәм уның ҡатынының мәйеттәре табылған. Ә балалары өс көн буйы үле ата-әсәһе янында йәшәгән. Ҡатын сығышы менән Свердловск өлкәһенең Белоярск районынан, ул өс айлыҡ ҡыҙы һәм ике йәшлек улы менән декрет ялында ултырған, ә ғаилә башлығы заводта эшләгән.
Иң тәүҙә ҡурҡыныс хәлде күршеләре белеп ҡала. Уларға ишекте бер кем дә асмай. Фатирға туғаны килеп балалар менән һөйләшкәс, малай: «Әсәй йоҡлай», - тип яуаплай һәм илап ебәрә.
Ишекте емереп асҡас, малай залда була, ә икенсе бүлмәлә диванда үле әсә ята, уның янында асығыуҙан хәле бөткән өс айлыҡ ҡыҙы була. Ғаилә башлығының үле кәүҙәһе кухняла табыла. Шаһиттарҙан алынған мәғлүмәттәр буйынса, фажиғә урынында порошок табылған, ә мәйеттәрҙең ауыҙында күперек булған. Ир менән ҡатындың үлеменең аныҡ сәбәбен суд-медицина экспертизаһы ғына асыҡлаясаҡ.
Әле хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.
Балалар дауаханаға оҙатылған. Уларҙы туғандары алырға әҙер.