Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Март 2023, 14:31

Башҡортостанда йәш блогерҙың роликтары популярлыҡ яулай

..

Ейәнсура районының Сәғит ауылынан 8 йәшлек Айсулпан Тоҡомбәтова вайндар төшөрөү менән мауыға. Роликтарының төп геройҙары - олатай, өләсәй һәм уларҙың ейәндәре, табип.

Икенсе класс уҡыусыһы бик килештереп уйнай. Артислыҡ һәләте уға ата-әсәһенән күскән. Атаһы ла, әсәһе лә - профессиональ музыкант.

Беҙ Айсулпанға "афарин" тибеҙ һәм ижади уңыштар, яңынан-яңы вайндары менән ҡыуандырыуын теләйбеҙ!

https://vk.com/bashkortostanim

Башҡортостаным | яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас: