

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай закон проекты әҙерләгән. Уға ярашлы, баҡсасылыҡ ширҡәттәре ағзаларына ситтән тороп йыйылыштар үткәрергә һәм көн тәртибендәге мәсьәләләр буйынса онлайн тауыш бирергә рөхсәт ителә. Ҡанун проекты марттағы пленар ултырышта ҡарала.