Баймаҡ районында үтеп барыусы юлсы көрткә батҡан аттарға ярҙамға килгән. Ваҡиға урынынан видеояҙма социаль селтәрҙәрҙә таралды.
Билдәле булыуынса, ирҙең исеме — Азат, ул Иҫән ауылында йәшәй. Баймаҡҡа китеп барғанда, Манһыр ауылы янында тәрән көрттә ҡолап ятҡан ҡолондо күреп ҡала һәм уға ярҙамға ашыға.
- Мин уға сығарып ебәрергә ярҙам иттем, әммә хәле юҡ. Ул бер урында тороп ҡалды. Эргәлә мал аҙығы күренмәй, ҡолон яңғыҙ, — ти ул.
Бер аҙҙан Азат тағы ла бер атҡа ярҙам итә. Кадрҙан күренеүенсә, ат арҡаһында ята, тора алмай. Әммә ярҙам иткәндән һуң аяғына баҫа.