ЙӘМҒИӘТ
14 Март 2023, 16:33

йога әбүбәкерҙәргә лә "йоҡҡан"

Ауылдаштарға күнекмәләрҙе  Әнисә Данилова өйрәтә #АйыҡАуыл2022

йога әбүбәкерҙәргә лә "йоҡҡан"йога әбүбәкерҙәргә лә "йоҡҡан"
йога әбүбәкерҙәргә лә "йоҡҡан"

Дәртле әбүбәкерҙәрҙең тик ултырғанын күрмәҫһең.

Көн дә ни менәндер мәшғүл улар. Әле килеп йога менән мауығып ятҡан көндәре. Ауылдаштарға күнекмәләрҙе  Әнисә Данилова өйрәтә. Ололар менән бер рәттән балалар ҙа ихлас йөрөй икән. Көндәр йылынып, юлдар ҡороғансы скандинав таяҡтарын ситкә ҡуйып тороп, кинәнеп йән һәм тән сихәтлеге алмаҡсы ауыл һылыуҙары.

-Тиҙлек заманында йәшәйбеҙ, көсөргә­нешле мәлдәр ҙә йыш булып тора. Организм ял итергә, ҡайҙандыр көс алырға тейеш. Йога — был йәһәттән тәүге “тиҙ ярҙам”. Тик шуныһы мөһим: күнекмәнән һуң арығанлыҡ хисе ҡалырға тейеш түгел, — ти алты йылдан ашыу йога менән шөғөлләнгән Әнисә Данилова.

60 йәштән ололарға, бигерәк тә физик әҙерлеге булмаһа, тап йога менән шөғөлләнергә кәңәш итә ул. Тән һәм йән тыныслығы алып, тағы осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты һылыуҙар. Йога күнекмәләре Әбүбәкерҙә даими булмаҡсы.

#ТрезвоеСело2022
#АйыҡАуыл2022
ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

Хәрәкәттә бәрәкәт, афарин!

#АйыҡАуыл2022
ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

 

 

 

Автор:
Читайте нас