

Аҡъяр ауылында уңышлы эшләп килгән “Миләүшә” салонының уңайлы атмосфераһында теләһә ниндәй зауыҡҡа тап килерҙәй үҫемлектәр һайларға, әҙер гөлләмә һатып алырға йәки уны флорист ярҙамында үҙеңә айырым төҙөргә була. Һәр һатып алған сәскә композицияһы үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ һәм яратып яһалған буласаҡ. Салондың уникаль стиле һәр сәскә бәйләменән сәнғәт әҫәре яһай. Әгәр клиент сәскәләрҙе яҡын кешеһенә нисек тапшырырға белмәй, йәки быны үҙенсәлекле итергә теләһә, салон әлеге мәсьәләне ыңғай хәл итергә ярҙам итә. Яҡын кешеңә “сюрприз” яһап, тейешле адрес буйынса үҙҙәре үк алып барып еткерә.
“Миләүшә” сәскә салоны хужабикәһе Йылайыр районы ҡыҙы Айһылыу Мостафина 9-сы класты тамамлағас, Аҡъяр тау колледжында белем ала. Унан һуң Екатеринбург ҡалаһы Урал дәүләт тау университетының “Тау инженеры” дипломына эйә булып, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының техник бүлегендә эш башлай. Йылдар үткәс, бер туған апайы Миләүшә менән бергәләп сәскә салоны асыуҙы планлаштыралар. Ләкин апайы ҡапыл мәрхүмә булып ҡалғас, Айһылыу апайы хөрмәтенә салон асыуҙы маҡсат итеп ҡуйып, 2018 йылда Аҡъярҙың “Йәм” ҡунаҡханаһында “Миләүшә” салоны барлыҡҡа килә һәм бөгөнгө көнгәсә уңышлы эшләй.
Флорист булыу өсөн тырышлыҡ менән бер рәттән, тәбиғәттән килгән зауыҡ һәм матурлыҡты тоя белеү һәләте лә кәрәк. Айһылыу тәүҙә интернет селтәренән ҡарап, гөлләмәләр эшләү серҙәренә төшөнә.
Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 9-сы һанында