ЙӘМҒИӘТ
14 Март 2023, 05:12

Ир-егеттәрҙе әрмегә саҡырыу йәшен күтәреү тураһындағы закон проектын тәҡдим иттеләр

..

Ир-егеттәрҙе әрмегә саҡырыу йәшен күтәреү тураһындағы закон проектын тәҡдим иттеләрИр-егеттәрҙе әрмегә саҡырыу йәшен күтәреү тураһындағы закон проектын тәҡдим иттеләр
Ир-егеттәрҙе әрмегә саҡырыу йәшен күтәреү тураһындағы закон проектын тәҡдим иттеләр
Рәсәй граждандарына хәрби хеҙмәткә яркҡлылыҡ йәше 18 йәштән 21 йәшкә тиклем күтәреләсәк. «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһындағы» федераль законға Дәүләт Думаһы депутаттары тейешле үҙгәрештәр индерә.

Шул уҡ ваҡытта хеҙмәткә саҡырылыуҙың сиген — 27 йәштән 30 йәшкә тиклем арттырыу тәҡдим ителә. Күсеү этабы 2024 йылдан 2026 йылға тиклем дауам итәсәк.

«2024 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклемге осорҙа 19-30 йәшлек граждандар хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейеш, 2025 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклем — 20-30 йәш, ә 2026 йылдың 1 ғинуарынан — 21 йәштән 30 йәшкә тиклем», — тиелә документта.

Инициатива авторҙары билдәләүенсә, ул граждандарға дөйөм/һөнәри йәки юғары белем алырға мөмкинлек бирә. 2024 йылдың 1 ғинуарынан һуң 18 йәшен тултырғандар ҙа комиссия проектына ғариза яҙып тжбҙ эхәрби пошлина түләй ала.
 
 
https://vk.com/bashkortostanim
Автор:
Читайте нас