Сираттағы гуманитар йөк Хәйбулла районынан махсус операция зонаһына юлға сыҡты. Бының тураһында Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙәрҙә ошолай яҙҙы:
"Егеттәр менән бәйләнеш тотабыҙ, улар заявкала кәрәкле нәмәләрҙе үҙҙәре күрһәтте. Көн дә кәрәкле тауарҙарҙан тыш, улар иҫәбендә көнкүреш тауарҙары, төҙөлөш һәм бензоинструменттар, Әбүбәкер ауылы халҡынан күҙәтеү өсөн тепловизор бар. Яугирҙарға уҡыусыларҙан хаттар тапшырыла. Быларҙың барыһын да Донецк халыҡ республикаһы биләмәһендә ҡулдан ҡулға тапшырасаҡбыҙ. Беҙҙең егеттәргә ярҙам итеү бөгөн уртаҡ бурысыбыҙ булып тора. Ихтыяж булғанда, ярҙам итәсәкбеҙ. Уларҙың барыһын да еңеү менән көтәбеҙ!".