Башҡортостан халҡының да үҙ белемен тикшереү һәм заманса, яҡшы рус әҙәбиәте менән танышыу мөмкинлеге бар. 2022 йылда диктантты Өфөнән 1100 кеше һәм ҡала ҡунағы яҙған, уларҙың 37-һе күнекмәләрҙе "бишле" гә эшләгән.
Диктантҡа нисек әҙерләнергә
15 мартта Тоталь диктант сайтында старт аласаҡ онлайн-мәктәптә әҙерлек үтергә мөмкин: totaldict.ru/ufa
Ә Өфөлә 14, 21, 28 мартта һәм 4 апрелдә бер юлы ике майҙансыҡта әҙерлек курстары үтәсәк:
Үҙәк ҡала китапханаһы (Комсомол урамы, 138)
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана (Ленин урамы, 4)Дәрестәр ваҡыты: 18.45 – 19.30
Алдан теркәлеү мотлаҡ, курстарға киләһе һылтанма буйынса яҙылырға мөмкин: totaldict.ru/ufa/#/events. Һәр дәрескә айырым яҙылырға кәрәк, әгәр пландарығыҙ үҙгәрһә - яҙылыуҙы ғәмәлдән сығарыу мотлаҡ.
Тоталь диктант Өфөләге төрлө майҙансыҡтарҙа - юғары уҡыу йорттарында, китапханаларҙа, кафеларҙа һәм башҡа урындарҙа үтә. Был хаҡта киләһе яҙмаларҙа таныштырырбыҙ: яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ.
✍Әлегә диктантҡа әҙерләнә башлайбыҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан



