

"Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыусы Әбүбәкер ауылы халҡы яугирҙарыбыҙға 120 мең һумлыҡ тепловизор тапшырҙы!
Тепловизор ярҙамында хәрбиҙәр дошманды ваҡытында "күреү" һәм тораҡ пункттарҙа диверсанттар менән көрәшеү мөмкинлегенә эйә. Уға аҡсаны әбүбәкерҙәр хәйриә ижади программаһы ярҙамында йыйҙы, уның нигеҙендә көнүҙәк эскелек темаһына театрлаштырылған тамаша булдырылды. Аҡсаны шулай уҡ райондан ситтә йәшәгән әбүбәкерҙәр ҙә өҫтәгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәйриә эшмәкәрлегендә ошо ауылда йәшәүселәр даими ҡатнаша. Күптән түгел генә улар үҙҙәре теккән милли ризыҡ - ҡорот, туҡмас һәм балаклаваларҙы яугирҙарға оҙатҡайны. Ошо арала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповҡа тапшырған тепловизор, сираттағы гуманитар йөк менән бергә яҡын арала алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ. Афарин, әбүбәкерҙәр!