ЙӘМҒИӘТ
9 Марта 2023, 04:12

Сибайҙа йыл башынан 80-се сабый тыуған

Ишемовтарҙың күп балалы ғаиләһендә дүртенсе сабый донъяға килгән.

Сибайҙа йыл башынан 80-се сабый тыуғанСибайҙа йыл башынан 80-се сабый тыуған
Сибайҙа йыл башынан 80-се сабый тыуған

Сибайҙың ЗАГС-ында 2023 йыл башынан 80-се сабыйҙың тыуыуы теркәлгән! Ишемовтарҙың күп балалы ғаиләһендә дүртенсе сабый — малайға матур Аслан исеме бирелгән.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Назаров ғаиләгә фотоальбом һәм баланың тәүге әйберҙәрен һаҡлау өсөн футляр бүләк иткән.

«Алға, Сибай» йәштәр хәрәкәте ЗАГС бүлеге менән был акцияны икенсе йыл рәттән үткәрә. 2023 йылдың февраленән яңы тыуған сабыйҙарҙың ғаиләләре, фотоальбомдарҙан тыш, «Беҙҙең сабыйға» сувенир медальондары аласаҡ.

❤ Ишемовтар ғаиләһенә — бәхет һәм именлек, ә Асланға сәләмәт һәм көслө булып үҫеүен теләйбеҙ!

 

Сығанаҡ:Башҡортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас