ЙӘМҒИӘТ
6 Март 2023, 05:06

Ҡаһарман яҡташыбыҙ Батырлыҡ ордены менән наградланды!

Майор Иван Правиднов дошман уты аҫтында хәрби машиналарҙы эвакуациялағанда күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены менән наградланды. Был турала Рәсәй Оборона министрлығы хәбәр итте.

Рәсәй Оборона министрлығы видеоһынан скриншот Ҡаһарман яҡташыбыҙ Батырлыҡ ордены менән наградланды!Рәсәй Оборона министрлығы видеоһынан скриншот Ҡаһарман яҡташыбыҙ Батырлыҡ ордены менән наградланды!
Ҡаһарман яҡташыбыҙ Батырлыҡ ордены менән наградланды!Фото: Рәсәй Оборона министрлығы видеоһынан скриншот

Танк батальоны командирының ҡоралланыу буйынса урынбаҫары майор Иван Правиднов дошман уты аҫтында хәрби машиналарҙы эвакуациялағанда күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены менән наградланды. Был турала Рәсәй Оборона министрлығы хәбәр итте.

Майорҙың бурысы - хәрби техниканы хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау. Машиналарҙы тергеҙеү һәм йәнә сафҡа индереү өсөн уларҙы яу еренән эвакуацияларға кәрәк.

«Иң ҡатмарлы хәл - ватылған техниканы эвакуациялау. Дошман күрмәһен өсөн һәр ваҡыт йә төндә, йә насар һауа шарттарында. Миналар өҫтөнән дә үттек, артиллерия уты аҫтынан да ауыр хәлдәрҙән сығарҙыҡ», - тип һөйләне Правиднов ведомствоның телеграмма-каналында урынлаштырылған видеола.

Майор әйтеүенсә, яу яланынан бик күп техника эвакуациялана, һуңынан ул тергеҙелә. Правиднов 2022 йылдың 24 февраленән махсус операция зонаһында. Хәрби хеҙмәткәр Рәсәйҙең еңеүенә ышана.

 

Видео: Рәсәй Оборона министрлығы
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас