ЙӘМҒИӘТ
3 Март 2023, 06:20

Азаматовтарҙың гармунсы ғаиләһе

Бүребай ауылында йәшәүсе Илмир һәм Зөлфирә Азаматовтар ауылдың ихтирамлы һәм талантлы ғаиләләренең береһе.

Азаматовтарҙың гармунсы ғаиләһеАзаматовтарҙың гармунсы ғаиләһе
Азаматовтарҙың гармунсы ғаиләһе

Районда  гөрләтеп донъя көткән өлгөлө ғаиләләр күп. Уларҙы күреп, күңел һөйөнә. Бүребай ауылында йәшәүсе Илмир һәм Зөлфирә Азаматовтар ауылдың ихтирамлы һәм талантлы ғаиләләренең береһе. Төрлө ижади бәйгеләрҙең даими ҡатнашыусыһы һәм еңеүсеһе улар. Күптән түгел “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023” республика бәйгеһенең зона этабында ла Азаматовтар “Ғаилә ижады” номинацияһында икенсе урын яуланы.

  • Ғаиләбеҙ менән төрлө конкурстарҙан ситтә ҡалмайбыҙ. Металлургтар көнөнә ҡарата ойошторолған Ғаилә спартакиадаһында ла бер нисә йыл рәттән ҡатнашып, 1-се һәм 2-се урындар алып, төбәк-ара ярышта ла үҙ көсөбөҙҙө һынаныҡ. Шулай уҡ “Ауыл ғаиләһе” конкурсында ла ҡатнаштыҡ. Был “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” бәйгеһендә лә ҡатнашырға тәҡдим булғас, баш тартманыҡ. Сығышыбыҙҙы лайыҡлы баһалағандары өсөн сикһеҙ шатбыҙ. Ярҙам ҡулы һуҙыусыларға рәхмәтлебеҙ. Донъя мәшәҡәте менән генә сикләнмәҫкә тулы тормошта ҡайнап йәшәргә тырышабыҙ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме, урын алыу түгел, ә ҡатнашыу, үҙ көсөңдө һынап ҡарау һәм һәр яҡлап үҫеү,- ти Азаматовтар.
  •  
  • Аҡнаҙар егете Илмир һәм Йылайыр районы Бикйән ауылы ҡыҙы Зөлфирә 2007 йылда  йәмле июнь айында ҡауыша. Һоҡланғыс пар аҡыллы һәм талантлы ике улға һәм тор­моштарын йәмләгән сәскәләй матур ҡыҙға ғүмер биргән. Өлкән улдары Ильяс  Стәрлетамаҡ ҡалаһында лицей-интернатта 8-се класта белем ала.  Ә Нурислам Бүребай мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы. Әминә иһә ата-әсә наҙына ҡойоноп, бәхетле бала сағының матур мәлен кисерә.  Ильяс менән Нурислам атайҙарына һәм ҡартатайҙарына оҡшап, икеһе лә гармунда уйнайҙар, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашалар. 
  •  
  • Башҡорт мәҙәниәтен, телен, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған һәм үҫтергән Илмир һәм Зөлфирә Азаматовтар ғаиләһе күптәр өсөн өлгө ул.

 

Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 9-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас