

Бөгөн ауылыбыҙ аҡһаҡалы,хөрмәтлҽ Рамаҙан Cаҙритдин улы Юнысов үҙҽнҽң 90 йәшлҽк күркәм юбилҽйын билдәләй
Рамаҙан олатай бала сағынан алып хеҙмәт кешеһе булараҡ таныла. Ул һуғыш йылдарының тыл яландарында барған көрәштең әсе-сөсөһөн татыған кеше.Колхозда эшләгән ваҡытта идаралыҡта ағза булып тора.Хҽҙмәт юлында колхозда һарыҡ көтөүсҽһҽ һәм ат ҡараусыһы булып эшләй.
Намыҫлы хҽҙмәтҽ өсөн "Социалистик хеҙмәт еңеүсеһе", "Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн" миҙалдары һәм башҡа бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Үҙенҽң тормош юлында олатайға күпте күрергә,күпте кисерергә тура килә.Ә шулай ҙа тормош һынауҙарына бирҽшмәй, 6 балаһын оло тормош юлына баҫтыра.Хәҙҽрге көндә хеҙмәт ветераны балаларының ҡәҙҽр- хөрмәтҽндә,кесе улы Рәжәп менән Аҡъяр ауылында ғүмер итә.
Хөрмәтлҽ Рамаҙан Cаҙритдин улы! Һҽҙҙҽ ихлас күңҽлдән юбилҽйығыҙ мҽнән ҡотлайбыҙ!Беҙ һҽҙгә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул торош, бәхетлҽ ҡартлыҡ теләйбеҙ. Һҽҙҙең янығыҙҙа һәр ваҡыт хөрмәт итеүсе балаларығыҙ, яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ булһын.Бөгөнгө көндәй йөҙөгөҙҙән һәр ваҡыт йылмайыу, яҡтылыҡ балҡып торһон! Юбилейығыҙ ҡотло булһын