ЙӘМҒИӘТ
2 Март 2023, 11:13

"Матур ҡыҙҙар" командаһы еңеү яуланы.

Ярышта Федоровка һәм Әбүбәкер ауылдарының ҡатын-ҡыҙҙары  көс һынашты.

"Матур ҡыҙҙар"  командаһы еңеү яуланы."Матур ҡыҙҙар"  командаһы еңеү яуланы.
"Матур ҡыҙҙар" командаһы еңеү яуланы.

Халыҡ - ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған саралар старт алды.

"Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!" исемле ике ауыл араһындағы спорт ярыштары йыл да уҙғарылып, күптән инде изге йолаға әүерелгән. Ярышта ике команда, Федоровка һәм Әбүбәкер ауылының ҡатын-ҡыҙҙары үҙ-ара көс һынашты. Командалар уҡтан аттылар, дартс, теннис, шашка уйнап ярыштылар, шулай уҡ канат тартыш, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, скакалкала һикереп үҙҙәренең етеҙлектәрен һәм саялыҡтарын күрһәтте.

Ике команда ла бик әүҙем ҡатнашты. Ярыш булғас, еңеүсеһе лә була инде. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса кусмә кубокты Әбүбәкер ауылының,"Матур ҡыҙҙар" командаһы яуланы. Афарин ҡыҙҙар!!!! 👍👍👍


Сараның бағымсыһы Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Семеновна ҡатын - ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотлап, бүләктәрен тапшырҙы.
#ТрезвоеСело2022
#АйыҡАуыл2022
#ҠоролтайКурултай

"Айыҡ ауыл -2022" - Әбүбәкер ауылы

Автор:
Читайте нас