

Әбүбәкер ауылында йәшәүсе Рим һәм Гөлсинә Солтанғужиндар ҙа – ауылдың ихтирамлы ғаиләләренең береһе. Бер-береһен хөрмәтләүҙәре уларҙың бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәттәренән, яғымлы күҙ ҡараштарынан һиҙелеп тора.
Тормоштарын йәмләп өс улдары – Нурфәиз, Салауат, Нуриман, сәскәләй матур ике ҡыҙ - Нургизә, Хәлиҙә үҫә.
Оло ҡыҙҙары Нургизә башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлай. Нурфәиз улдары Аҡъяр тау колледжын уҡып бөтөп, хәҙерге көндә икеһе лә Норильск ҡалаһында уңышлы эшләйҙәр.
Хәлиҙәгә - 15 йәш, Сибай башҡорт гимназияһында, ете йәшлек Салауат беренсе класста белем алалар. Иң кесе өс йәшлек улдары Нуриман балалар баҡсаһында тәрбиәләнә. Солтанғужиндар тәрбиәләгән балалар сәләмәт, бәхетле, әҙәпле, тыңлаусан, аҡыллы, илгә файҙалы булып үҫә.
Ғаилә башлығы Рим Сәмиғулла улы "Башҡорт баҡыры" йәмғиәтендә слесарь булып эшләй . Бала саҡтан эшкә күнегеп үҫкән, оҫта ҡуллы, тырыш, балаларына хәстәрлекле атай, тормош иптәшенә ныҡлы терәк-таяныс ул. Гөлсинә ауыл магазинында һатыусы эшен башҡара.
Тырышып донъя көтәләр улар, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, мул итеп баҡса үҫтерәләр. Йортта бөтә шарттар, уңайлыҡтар булдырылған, хатта хәстәрлекле ата-әсә спорт ҡорамалдары ла урынлаштырған. Өйҙәренең эсен дә, ихаталарын да тырыш хужабикә гөл-сәскәгә күмгән.
- Беҙҙең ғаиләлә йылы, дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаштырылған. Бәхет тигәнең бер ҡасан да күктән төшмәй, уны булдырырға һәм һаҡларға кәрәк. Тормош мәшәҡәттәренән арынып, бер-беребеҙҙең күңелен күреп, бәләкәй генә шатлыҡҡа ла һөйөнөп йәшәйбеҙ,- ти Гөлсинә Рәис ҡыҙы.
Шулай итеп татыулыҡта 25 йыл бергә ҡулға ҡул тотоношоп ғүмер иткән, биш бала ата-әсәһе Рим һәм Гөлсинә Солтанғужиндарға иҫәнлек-һаулыҡ, тигеҙ ҡартлыҡ, бәхетле һәм игелекле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә лә бергә, берҙәм булып, бер-береһенә терәк-таяныс булып бәхетле, имен тормошта йәшәргә яҙһын.
Ауылдарҙың киләсәге тырыш ғаиләләр ҡулында. Тыуған ерен ташлап китмәй, унда төпләнеп, тырышып донъя көткән Солтанғужиндар тап шундайҙарҙан.
Ошо татыу, матур, ҡотло ғаилә ауылға йәм өҫтәй. Өлгөлө ғаиләләр – ауыл ҡото, илдең терәге лә, киләсәге, лә бөгөнгөһө лә.
#Айыҡауыл2022
#Трезвоесело2022