

23 Февраль көнөнә «Ватанды һаҡлаусылар» аҡса йыйыуҙы Халыҡ фронты асты, унда алдынғы телеканалдар һәм баҫмалар, билдәле хәрби хәбәрселәр ҡатнаша.
Өйҙән алыҫта Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлаусы беҙҙең яугирҙарға ҡушылығыҙ һәм ярҙам итегеҙ! Аҡса күсмә мунсалар, тепловизорҙар, квадрокоптерҙар, дронға ҡаршы ҡорал, шулай уҡ тактик рюкзактар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр менән йыһазландырылған бөтә ерҙән дә үтә алған автомобилдәргә кәрәк.
Яугирҙар кисте матур үткәрә алһын өсөн бүлексә өсөн һәр бүләк йыйылмаһына мотлаҡ билдәле Рәсәй артисының автографы менән гитара өҫтәләсәк. Халыҡ фронтында ҡатнашыусылар һәм хәрби хәбәрселәр 23 февраль алдынан беҙҙең меңләгән яугирға махсус хәрби операция үткәреү зонаһына бүләктәр тапшырасаҡ. Бер бүлеккә йыйыу 6,3 миллион һумға төшәсәк. Аҡса йыйыуға үҙ өлөшөңдө индерергә, бүләктәрҙе килтереү тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге сайтта белергә мөмкин: vk.cc/ceeKEz.