

Әбүбәкер ауылында "Айыҡ ауыл" проекты сиктәрендә "Ете ҡыҙ" район бәйгеһе старт алды.
Бәйгелә ауылдың уңған, дәртле, әүҙем, шәп ете ҡыҙы ҡатнаша. Ҡыҙҙар бәйгелә сигеү, йөн иләү, селтәр эшләү кеүек ҡул эштәренә оҫталыҡ дәрестәре аласаҡ. Шулай уҡ ауыҙ-тел ижадына, аш - һыу, бейеү серҙәренә өйрәнәсәк. Уҡтан атып ярышыу ҙа бәйгенең бер өлөшө. Бөгөн ҡыҙҙарҙы оҫтабикә Миңзәлә Билалова сигеү серҙәренә өйрәткән. Ауылдың сая ҡыҙҙарына уңыштар теләйбеҙ!!!
#ТрезвоеСело2022
#АйыҡАуыл2022