

Бәхтейәр Моратов характеры буйынса күккә ҡарарға, болоттарҙы һәм йондоҙҙарҙы күҙәтергә яратҡан, уйсан, тыныс егет. Ул ҡыйыу, рухи яҡтан көслө ирҙәрҙең юлын, атап әйткәндә, хәрби офицерҙың юлын һайлар тип бер кем дә уйламаған.
Бәхтейәр Байғусҡар ауылында татыу, күп балалы ғаиләлә икенсе бала булып донъяға ауаз һалған. Ошонда уҡ башланғыс мәктәптә уҡый. Ә бына 3-сө класҡа 1-се Аҡъяр мәктәбенә юлланған, сөнки ғаиләһе район үҙәгенә күсеп килгән. Бөтә фәндәрҙән дә яҡшы уҡып, физик культураға айырым иғтибар бүлә, тырыш уҡыусы була. Каникулдар ваҡытында Бәхтейәр, Өфө кадет корпусында эшләгән һәм уны йыш ҡына үҙе менән эшкә алған атаһының бер туған ағаһына ҡунаҡҡа барырға яратҡан. Үҫеп килгән Бәхтейәр бала саҡтан уҡ хәрби машиналар, кадеттарҙы күреп, улар кеүек хәрби кеше булырға хыялланған.
7-се кластан һуң ул ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө башланғыс осоу әҙерлеге дөйөм белем биреү мәктәп-интернатына уҡырға инә. Ә инде ике йылдан һуң Күмертау ҡалаһында улар тәүге тапҡыр парашют менән һикерә, шулай уҡ Кушнаренко районы Первушино ауылында урынлашҡан «Первушино» бәләкәй авиация аэродром комплексы вертолеттарында ла оса ул. 2022 йылда мәктәп-интернатты уңышлы тамамлағас, үҫмер Һамар өлкәһе Сызрань ҡалаһының «Профессорҙар Н.Е.Жуковский һәм Ю.А.Гагарин исемендәге хәрби-һауа академияһы» хәрби уҡытыу-ғилми үҙәге филиалына уҡырға инә. (Әйткәндәй, Сызрань юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһы (хәрби институт) - Һамар өлкәһе Сызрань ҡалаһында быуат уртаһынан Рәсәйҙең хәрби авиация вертолеттарына лётчиктар әҙерләү өлкәһендә төп уҡыу йорто булып тора.)
Бәхтейәр үҙенең уҡыуы хаҡында бына нисек һөйләй:
- Хәрби училищеға минең менән 18 кадет уҡырға инде, шуларҙың 6-һы ғына уҡырға инде. Инеү имтихандарын төп фәндәр: математика, физика һәм физик әҙерлек буйынса тапшырҙыҡ. Шулай уҡ мотлаҡ медицина тикшереүе үттек, унда кәүҙәне, ҡан баҫымын һәм күреү һәләтен тикшерҙеләр. Бала саҡтан спорт менән шөғөлләнгәс, йүгергәс, турникта күтәрелгәс, еңел генә медицина тикшеренеүен үттем. Миңә бәхет йылмайҙы, уҡырға индем, хәҙер хәрби училищеһының 1-се курс курсантымын. Тәүге ике йылда был күбеһенсә теоретик дәрестәр, ә 3-сө курстан осоу өлөшө башлана. Бында казармаларҙа йәшәйбеҙ, ҡәтғи көн тәртибе урынлаштырылған. Көн һайын иртәнсәк 5:30 сәғәттә торабыҙ, зарядка яһайбыҙ, йыуынабыҙ, иртәнге аш ашайбыҙ, медицина тикшереүен үтәбеҙ, һуңынан бүленеп уҡыуға юлланабыҙ. Артабан тәмле төшкө аш һәм дәрестәрҙе дауам итеү, бынан һуң үҙ аллы әҙерлек башлана.
Кисен мәғлүмәт еткереү, киске аш була һәм шәхси ихтыяждар, киске ял өсөн ваҡыт бүленә. Мотлаҡ киске тикшереү, йыуыныу, медицина тикшереүе үткәрелә, һинең имгәнеүҙәрең юҡмы икәнен ҡарайҙар, һәм киске 9:30 сәғәттә йоҡларға ятабыҙ. Уҡыуҙа иң мөһиме - киләсәктә һинең командир буласағыңды аңлап үҙ-үҙеңә ышаныу, ә был бик яуаплы вазифа. Өйгә отпускыға йылына ике тапҡыр, ғинуарҙа - ике аҙна, йәй көнө бер айға ҡайтам. Ләкин ошо көндәрҙә лә физик яҡтан шөғөлләнәм, турникта күтәреләм, йүгерәм. Малайҙарҙың эргәмә йыйылыуы бик ҡыуаныслы, мин уларға вертолеттар, парашютта һикереү хаҡында ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләйем. Командирҙар отпуск ваҡытында ла беҙҙе онотмай, шылтырата, һорай, һаулыҡ, кәйеф һәм эштәр менән ҡыҙыҡһына. Әгәр уҡыуҙа уңышҡа өлгәшәһең икән, ниндәйҙер ҡаҙаныштарға өлгәшәһең, ярайһы уҡ ҙур стипендия алаһың, ауырып китһәң - тулыһынса дәүләт тарафынан дауаланаһың.
Уҡыу дәрестәренән тыш, беҙҙә төрлө саралар ҙа үткәрелә. Күптән түгел ғәмәли спорт буйынса ярыштар (швед эстафетаһы) үтте һәм беҙҙең команда филиал буйынса 2-се урын яуланы. Миңә училищела уҡыу оҡшай. Минең хәрби һөнәрем заманса итеп «Осоу аппараттарын файҙаланыу буйынса оператор» тип атала, ябайса - летчик. Ошо һөнәрҙе һайлағаныма бер ҙә үкенмәйем, сөнки бала саҡтан «бишенсе океанды» яуларға, Тыуған илемде һаҡларға хыяллана инем. Киләсәктә хәрби хеҙмәткәр булырға теләүселәргә яҡшы уҡырға һәм физик әҙерлектәрен күҙәтергә кәңәш итер инем, - тип һөйләне Бәхтейәр.
Бәхтейәрҙең ата-әсәһе - Рәил Рәфҡәт улы һәм Айгөл Зиннур ҡыҙы, әлбиттә, улдары һәм уның ошо тормош юлын һайлауҙары менән ғорурлана. Бәхтейәр - илебеҙҙең ысын патриоты!