ЙӘМҒИӘТ
23 Февраль 2023, 10:38

Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Махсус хәрби операция башланғандан алып Башҡортостандан 6 һалдат Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды, 300-ҙән ашыуы орден һәм миҙалдар менән наградланды

Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!
Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

«Республика батырлыҡ ҡылған яугирҙарҙың исемдәре менән ғорурлана. Махсус хәрби операция барышында Башҡортостандан 6 кеше Рәсәй Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ булды, - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. - Беҙҙең уртаҡ ҡайғыбыҙға күрә, уларҙың дүртәүһе «Алтын Йондоҙ» менән үлгәндән һуң наградланған. Уларҙың исемдәрен һанап үтәм. Әбйәлил районында тыуып үҫкән ракетчик, прапорщик Тамерлан Илһамов. Яңауыл районынан танкист, өлкән лейтенант Игорь Нәсибуллин. Өфөнән разведчик, өлкән лейтенант Максим Серафимов. Әлшәй районында тыуып үҫкән десантсылар взводы командиры, старшина Алмаз Сафин. Рәсәй Президенты Октябрьскийҙан өлкән лейтенант Степан Беловҡа һәм Бөрө ҡалаһынан майор Борис Дудкоға Рәсәй Геройы йондоҙҙарын шәхсән үҙе тапшырҙы. Хәҙер беҙҙең алғы һыҙыҡта торған яугир-яҡташтарыбыҙ - ысын геройҙар. Уларҙың 300-ҙән ашыуы махсус хәрби операция башланғандан алып Батырлыҡ, Шайморатов, Салауат Юлаев ордендары, «Батырлыҡ өсөн», Суворов, Жуков миҙалдары менән наградланған».

 

фото һәм мәғлүмәт:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас