- Туған телгә ихтирам, һөйөү тәрбиәләү, уны өйрәнеүгә теләк булдырыу уҡытыусынан ғына торамы?
Әлфирә Мәмбәтова, Мәмбәт мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
- Бөгөн ҡайһы бер ата-әсәләр “Балам башҡортса уҡыһа, русса белмәҫ, имтихан тапшыра алмаҫ”, тип уйлап хаталана. Был фекерҙе хупламайым, сөнки тырыш, белемгә ынтылыусан балаға маҡсатына ирешергә башҡортса уҡыу бер нисек тә ҡамасауламай. Ул һис шикһеҙ уҡыуҙа яҡшы өлгәшәсәк. Ә бөгөн уҡыусыларҙың күп ваҡытын телефонда ултырыуға бүлеүе, үҙ-ара русса аралашыуы ҡыйын хәл. Айырыуса беҙгә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына. Әҫәрҙәр өйрәнгәндә ҡайһы бер ябай ғына һүҙҙәрҙе һораһаң да уҡыусылар уның мәғәнәһен аңламай. Ә бит һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнмәгәс, әҫәрҙең йөкмәткеһен дә аңлай алмаясаҡ. Шуға күрә әле дәрестә туған телдәге һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатыу өҫтөндә нығыраҡ эшләргә тура килә. Дәрестә күберәк һүҙлек эше алып барыла. Әлбиттә, уҡыусылар араһында башҡорт телен белгән, өйрәнергә тырышҡан, әҙәби әҫәрҙәр уҡыған уҡыусылар бар. Әммә ундайҙар бармаҡ менән һанарлыҡ. Хәҙерге ваҡытта уҡыусылар ғына түгел, ата-әсәләр балалары менән русса аралаша. Хатта ауылдарҙа ҡайһы бер ҡартәсәй-ҡартатайҙар ейән-ейәнсәрҙәре менән вата-емерә русса һөйләшеп маташа, шул бигерәк тә күңелде ҡыра. Туған телгә ихтирам, һөйөү тәрбиәләү уҡытыусынан ғына тормай. Әгәр ғаиләлә башҡорт телендә һөйләшмәһәләр, ата-әсә туған телде өйрәнеүгә битараф булһа, дәрестә генә туған телде өйрәнеү мөмкин түгел.
Сөмбөл Әлибаева, район мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы:
- Һуңғы осорҙа туған телде өйрәнергә теләмәгән бала булһа, бөтә ғәйепте уҡытыусыға ауҙарырға торалар. Бының менән риза түгелмен. Балаларға туған телгә һөйөү тәрбиәләү, тәү сиратта, ғаиләгә ҡайтып ҡала. Ғалим, педагог Василий Сухомлинскийҙың һүҙҙәрен миҫалға килтергем килә: «Донъяла тиҫтәләгән, йөҙләгән һөнәр бар. Кемдер тимер юл төҙөй, икеселәре йорт һала, өсөнсөләре икмәк үҫтерә. Шулай ҙа иң универсаль, иң маҡтаулы, һәр кем өсөн кәрәкле, үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ эш бар - ул да булһа ғаиләлә кеше тәрбиәләү».
Туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ғаиләнең роле бик ҙур. Балаларға кесе йәштән тел ҡәҙерен аңлатыу мотлаҡ. Туған телдә бишек йырын ишетеп, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренен, йолаларын белеп үҫкән бала бәхетле. Ә уҡытыусыларға инде туған телгә булған ихтирамды, ғорурлыҡ тойғоһон артабан тәрбиәләү, ныҡлы белем биреү, һәләттәрен үҫтереү, тәртипле, төрлө яҡтан үҫешкән йәмғиәткә файҙалы шәхес тәрбиәләү кеүек маҡсаттар ҡуйылған.
Илүзә Хунафина, Әбеш мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы:
- Мин башҡорт ауылында донъяға килдем, йәшәйем һәм туған телемдә белем алам. Әсә теленә ихтирам, һөйөү, уны өйрәнеү ғаиләнән килә. Беҙ ғаиләбеҙҙә тик башҡорт телендә аралашабыҙ. Шуны әйтергә кәрәк, туған телде яҡшы белеү, һөйләшеү башҡа телдәрҙе лә үҙләштерергә ярҙам итә. Туған телеңде белеү – ул халҡыңды һәм илеңде ихтирам итеү. Башҡортса һөйләшергә өйрәткәне өсөн атай-әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Беҙ, йәштәр, халҡыбыҙ йөҙөнә тап төшөрмәй туған телебеҙҙе яратырға, башҡортса аралашырға һәм һаҡларға тейешбеҙ.
-
-Туған телде һаҡлау өсөн нимә эшләргә кәрәк тип уйлайһығыҙ?
Нәзилә Игебаева, Степной ауылының "Айгөл" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе:
-Башҡорт теленең яҙмышы тураһында һөйләшкәндә, мине борсоғандары ла бар. Мәҫәлән, дәреслектәрҙе федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы төҙөгәндә, рус телендә шул тиклем ябай итеп яҙыла, ә башҡортсаға ҡатмарлаштырып әйләндерәләр, бигерәк әҙәби телгә төшөп китәләр, балалар быны аңлап етмәй. Шуға ла әкиәттәрҙе үҙем балаларға өйрәтһәм, һөйләһәм, уларға аңлайышлы телгә әйләндерәм, улар тиҙ генә отоп ала, хатта һөйләп тә ҡуялар, шундай телдә баҫтырып булмаймы икән ни? Тағы ла районға китаптар килһә, ни эшләптер гел башҡорт төркөмдәре булған балалар баҡсаларына ебәрелә, ә бына беҙҙең кеүек рус телендә уҡытылған баҡсаларға юҡ (беҙҙә 59 баланың 7-һе генә урыҫ). Туған тел өлкәһендә ҡыуандырған күренештәр ҙә бар. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа башҡорт теленә иғтибар артты, төрлө сараларҙа күбәйҙе.
Иҙел Бохарбаев, Мәскәү ҡалаһы:
- Башҡорт телендә бәләкәйҙән һөйләштем, башҡорт класында белем алдым. Класташтарым, дуҫтарым менән дә үҙ-ара туған телебеҙҙә аралаштыҡ. Туған телгә һөйөү һәм ихтирамды атай-әсәйем тәрбиәләне. Әсәйем Әлфиә Сөләймән ҡыҙы, оҙаҡ йылдар 1-се Аҡъяр мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып, хаҡлы ялға сыҡты. Ысынлап та, бөтәһе лә ғаиләнән килә ине. Уҡытыусыларыма ла рәхмәтлемен. Бәләкәй кластарҙан беҙҙе “Һеҙ Башҡортостандың һәм халҡыбыҙҙың киләсәге”, тип тәрбиәләнеләр. Шуға күрә лә мәктәпте тамамлағансы, шундай тойғо менән үҫтек. Мәктәп йылдарында башҡорт КВН-да ҡатнаша инек. Район һәм республика кимәлендә ярыштарҙа уңышлы сығыш яһаныҡ. Ул беҙгә көс-дәрт өҫтәне. Һуңынан Мәскәү ҡалаһына университетҡа уҡырға ингәс тә баш ҡаланың башҡорт йәштәре менән аралашып, үҙебеҙҙең ойошманы булдырып, туған телдә төрлө саралар үткәрҙек.
Бөгөн күп йәштәр башҡортса аралашып бармай һәм рус теле менән генә сикләнә. Туған телебеҙ йәшәргә тейеш. Һәр кемебеҙ әсә телен белергә һәм аралашырға бурыслы, тип уйлайым. Иң мөһиме – башҡортса һөйләшеүҙән оялмаһындар. Тағы ла ата-әсәнең икеһенең дә башҡорт милләтенән булыуы ла мөһим роль уйнай. Сөнки икенсе милләткә кейәүгә сыҡһаң, йәки кәләш алһаң, туған телде һаҡлау ҡыйынға тура киләсәк. Шуға күрә ғаилә ҡорғанда быны ла оноторға ярамай.
Лира Такалова, үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге китапханасыһы:
-Тел – ул халыҡтың мәңге тере тарихы. Һәр милләттең үҙ теле бар, был Аллаһы Тәғәләнәң бирелгән бөйөк байлыҡ, оло аманат. Ошо аманатҡа тоғро булайыҡ, ғәзиз телебеҙгә битараф булмайыҡ. Китап менән дуҫ булырға саҡырам. Белем генә эстәү өсөн түгел, шәхес булараҡ та, рухи яҡтан да үҫер өсөн кеше уҡырға тейеш.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 7-се һанында.