ЙӘМҒИӘТ
21 Февраль 2023, 06:24

Ауылдаштарының һаулығын хәстәрләй

21 февраль – фельдшерҙар көнө Ғәлиә Исмәғилева 35 йылдан ашыу һаулыҡ һағында

Ауылдаштарының һаулығын хәстәрләйАуылдаштарының һаулығын хәстәрләй
Ауылдаштарының һаулығын хәстәрләй

Ауыл фельдешры табип кеүек үк, үҙ аллы диагностика үткәрә һәм дауалай, дауахана биттәрен тултыра, шулай уҡ кәрәк булғанда сирлене ниндәйҙер бер йүнәлешле белгескә ебәрә. Ә фельдшер пункты элек-электән ауыл кешеһе өсөн төп дауалау учреждениеһы булып торған һәм хәҙер ҙә шулай. Фельдшер эшен еңел тип әйтеү мөмкин түгел: тәүлектең ниндәй ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, сирленең өйөнә барыу, уколдар яһау һәм башҡа күп медицина процедуралары башҡарыу талап ителә. Шуға күрә фельдшер һөнәре – иң кәрәкле һәм хөрмәтлеләрҙең береһе.

Быҙаулыҡ ауылы халҡы был йәһәттән бәхетле. Мәҫәлән, күптән түгел Петропавловка ауылына ижади эшебеҙ менән барған саҡта, ауыл халҡы бына ике йыл инде фельдшерҙары булмауына ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Шулай булмай ни, ауылда күбеһе өлкән быуын, район үҙәге дауаханаһына юл тотоуы ла еңел түгел.

Быҙаулыҡ ауылында айырым булмаһа ла, мәҙәниәт йортоноң бер мөйөшөндә бар уңайлыҡтары булған йылы, яҡты фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, инетрнет селтәре лә үткән. Тәжрибәле фельдшер Ғәлиә Исмәғилева тәүлек әйләнәһенә ауылдаштарының сәләмәтлеген ҡайғырта, көн-төн тип тормай, ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтә.

Ғәлиә Сәйфөлмөлөк ҡыҙы бәләкәй саҡтан уҡ тормошон медицина менән бәйләргә хыяллана һәм фельдшер һөнәрен үҙләштергәне өсөн бер тапҡыр ҙа үкенмәй. “Бәләкәйҙән ауылыбыҙҙағы ҡулдарына күҙ эйәрмәгән фельдшер апайға ҡарап, “Нисек бөтә дарыуҙары, уколдарҙы ятлап алып бөттө икән. Кеше бер уколдан һауығып китһен өсөн, нисек итеп кәрәклеһен генә һайлап ҡаҙай икән”, - тип һоҡлана инем. Аҡ халатлы апайҙың изге эше этәрҙе лә инде ошо һөнәргә”, - ти ул.

Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 8-се һанында

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас