

Туҡһанынсы йылдар шауҡымы аҫтында “йәшел йылан” ныҡлы урын алғайны ауылдарҙа. Унан һуңғы йылдарҙа ла ауыл клубында йәштәрҙең тик төшөрөп алған ҡиәфәттә генә йөрөүе, теге йәки был мөйөштәрҙә төркөмләп кәйеф-сафа ҡороусыларҙың күбәйеүе ғәҙәти күренешкә әүерелгәйне. Йәшел йылан тырнағынан ваҡытында арынып, тормошҡа айыҡ ҡараш менән баҡҡан ауылдаштарыбыҙға ҡарап күңел ҡыуана бөгөн. Ололар миҫалында йәштәр ҙә, балалар ҙа тәрбиәләнә. Айыҡ, әүҙем, сәләмәт тормош яҡлы булыу тенденцияһы көндән көн күберәк ялмай бара йәштәрҙе . Кистәрен ауыл клубында йыйылып теннис, бильярд уйнай улар. Байрамдарҙа мәсеткә йыйыла, гөрләтеп айыҡ өмәләрҙә, байрамдарҙа ҡатнаша. Тамырынан ҡороно ауылда был зәһәр тип әйтеп булмай, әлбиттә. Бармаҡ менән генә һынарлыҡ бар ундай кешеләр. Үҙ ҡанаты аҫтына алып, дөйөм көс менән уларға ла айыҡ тормоштоң күркәмлеген күрһәтергә тырыша ауылдаштар. Эйе, Мәскәү бер көндә төҙөлмәгәндәй, ныҡлы тамыр йәйгән эскелек проблемаһын юҡҡа сығарыу өсөн ваҡыт та, берҙәмлек тә талап ителер. Әммә тамсы ла бит тама-тама таш тишә, тимәк ауылдаштарыбыҙҙың был изге башланғысы ла өмөтһөҙ түгел. Терәк- таяныс булайыҡ бер-беребеҙгә ошо мөһим эштә!