ЙӘМҒИӘТ
20 Февраль 2023, 06:40

Малдар йылы ҡурала һәм туҡ ҡышлай

Комсомол ауылы фермеры Иршат Нурғәлиндың тырыш хеҙмәте арҡаһында малдар һәр саҡ бағыулы. 

Малдар йылы ҡурала һәм туҡ ҡышлайМалдар йылы ҡурала һәм туҡ ҡышлай
Малдар йылы ҡурала һәм туҡ ҡышлай

Һәр башлаған эшен еренә еткереп, намыҫ менән башҡарып өйрәнгән Комсомол ауылы фермеры Иршат Нурғәлин малсылыҡ эшенә лә шундай уҡ тырышлыҡ менән тотона. Был эштә иң ауыр һәм яуаплы мәл - малды ҡышлатыу осоро. Комсомол ауылына эш сәфәребеҙҙә Иршат Нуретдин улынан ҡышҡылыҡҡа күпме мал аҙығы әҙерләнеүе, малдарҙы ҡышлатыу, продуктлылыҡ кимәле, продукцияны һатыуҙың нисек ойошторолоуы менән ҡыҙыҡһындыҡ.

  • Малдар ҡышты уңышлы үтһен өсөн ҡураларың йылы, бесәнең дә, һутлы аҙыҡтарың да, фуражың да етерлек булырға тейеш. Шуға күрә ҡышҡылыҡҡа бесән һәм башҡа мал аҙығын һәр саҡ артығы менән әҙерләйем. Быйыл 30-лап йөк мал аҙығы әҙерләп алдым. Даими ямғырҙар яуғас, бесән ҡуйы, сифатлы, туҡлыҡлы, уңыш та шәп булды. Шуға күрә малдар яҡшы ҡышлай, аҙыҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Игенде әлегә сәсмәйем, һатып алам. Хужалыҡта 67 гектар сабынлыҡ, 100 гектар һөрөнтө ер майҙаны бар. Бесән әҙерләү өсөн КУН, трактор йәлеп итәм, - тип әңгәмәне башланы Иршат Нурғәлин.

Фермерҙың тырыш хеҙмәте арҡаһында малдар һәр саҡ бағыулы, ваҡытында ашатыла, эсерелә. Һыйырҙарҙы ҡатыны Гөлгөнә Рәфҡәт ҡыҙы менән бергәләп һауалар. Бының өсөн һауын аппараты ла һатып алғандар.

  • Хужалығыбыҙҙа 20 һауын һыйыр бар, әле улар быҙаулай башланы. Февраль-мартта һыйырҙарҙың быҙаулау осоро. Һауын аппаратын әле ҡуймағанбыҙ әле. Быйыл уны файҙаланырға уйлайбыҙ, - ти фермер.

Иршат Нурғәлиндың фермерлыҡҡа тотоноуы юҡтан түгел. Барлыҡ ғүмере тыуған ере менән бәйле ир-егеткә ауыл хужалығы тармағы һәр саҡ күңеленә яҡын була. Фермерлыҡ эшенә тотоноуға ла шәхси ярҙамсы хужалыҡтың ныҡлы булыуы булышлыҡ итә.

 

Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 7-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас