

Унда ветерандарҙың балалары, ейәндәре, туғандары, ауылдаштары һәм уҡыусы балалар ҡатнашты.
Кисәлә ветерандар тураһында яҡты иҫтәлектәр, уларҙың тормошонан ҡыҙыҡлы хәтирәләр менән бүлештеләр, уларҙың яратҡан йырҙарын башҡарҙылар.
Шулай уҡ Ғәлиәхмәт мәктәбе янындағы музейҙағы яугирҙар иҫтәлегенә арналған материалдар менән таныштылар.
Беҙҙең ауыл биләмәһендә ветерандар ойошмаһы етәксеһе Хисам Абдуллин, Ғәлиәхмәт мәктәбе һәм ауыл хакимиәте тырышлығы менән яугир яҡташтар иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ҙур эштәр башҡарыла: уларҙың яҡты иҫтәлеген һаҡлау һәм киләһе быуындарға еткереү беҙҙең изге бурысыбыҙ.
Сығанаҡ һәм фотолар: Аҡъюл ауыл Советы.