

Бөгөн Өфө ҡалаһының "Торатау" Конгресс-холында "Атайсал. Беҙҙекеләр! Знай наших!" республика медиа- конкурсына йомғаҡ яһалды. Социаль ролик номинацияһында 2-се Акъяр урта мәктәбе уҡыусылары Сәлим Ғөбәйҙуллин һәм Арслан Ишназаровтың эштәре 3-сө урынға лайыҡ булды! (Етәксеһе А.Р.Рәсембәтова ). Бүләкте Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова тапшырҙы! Был проект Башҡортостан Башлығы грантына уҙғарылды. Афарин, егеттәр! Ҡотлайбыҙ!!! Ижади уңыштар, яңы ҡаҙаныштар юлдаш булһын!
Сығанаҡ һәм фотолар: район хакимиәте.