ЙӘМҒИӘТ
19 Февраль 2023, 10:01

Радик Юлъяҡшиндың бала сағы нисек үткән?

-

Радик Юлъяҡшиндың бала сағы нисек үткән?Радик Юлъяҡшиндың бала сағы нисек үткән?
Радик Юлъяҡшиндың бала сағы нисек үткән?
«Рәсәй» телеканалы тапшырыуында Радик Юлъяҡшин үҙенең бала сағы, шулай уҡ уңышҡа өлгәшергә нимә ярҙам иткәне тураһында һөйләгән.

Йырсы асыҡтан-асыҡ атаһының юғалтыуын ауыр кисереүен һәм шул ваҡытта хыялын тормошҡа ашырырға үҙенә һүҙ биргән.

Юлъяҡшиндың әсәһе әйтеүенсә, Радик атаһы менән бик яҡын мөнәсәбәттә булған, ғаилә башлығы йыш ауырыған һәм эшләй алмаған. Радиктың атаһы бик йәшләй, 20 йыл элек китеп барған.

— Радик быны бик ауыр кисерҙе. Уның өсөн атаһы иң яҡын кеше ине. Радик оҙаҡ онота алманы, — тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Нәфисә Юлъяҡшина.

Радиктың бала сағы ауыр булған, ул вагондарҙы бушатҡан, шешәләр йыйған саҡтар ҙа булған. Атаһы иҫән сағында улының ижад юлынан китеүен теләгән.

«Атайымды ерләй башлағас ҡына, уның беҙҙе ташлап китеүен аңланым. Мин уны бер ҡасан да күрмәйәсәкмен. Ә әсәй янда булды һәр ваҡыт, бирешергә ярамай, бары тик алға ғына барырға кәрәк», — тип һығымта яһаны Юлякшин.
 
 
Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар
Автор:
Читайте нас