

"Бөгөн беҙ ауылыбыҙҙың"Сәләмәтлек" физкультура түңәрәгендә шөғөлләнеүсе актив ҡатын-ҡыҙҙары, бер көнөбөҙҙө махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға арнап: 25 банка быҡтырылған ит, 1 тоҡ сөсө икмәк бешереүгә өлгәштек. Был изге эште беҙ Рәмил һәм Резеда Баймырҙиндар өйөндә атҡарҙыҡ, был татыу, берҙәм ғаиләгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Кемдәр ошо изге эштә ярҙам иткән барыһына ла оло рәхмәт, шулай уҡ гуманитар ярҙам йыйыу буйынса ауыл халҡына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Ауылыбыҙҙың актив ҡатын-ҡыҙҙары ярҙамдан тыш, үҙ-ара аҡса йыйып, батарейкалар, кәрәк-ярактар алдылар, донъялар тынысланып китһен, һалдаттар иҫән-һау ҡайтһындар, кемдәр ошо ярҙамдан баш тартмай ярҙам ҡулы һуҙған, барығыҙға ла ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Сауаптарын насип итһен, изге Рәжәп айында!" - тип теләй байғусҡарҙар.