ЙӘМҒИӘТ
18 Февраль 2023, 05:34

Беҙҙең ҡотҡарыусы эткә тауыш бирәйек!

Башҡортостан вәкилдәре менән ҡыйыу Торин Төркиәлә биш кешене ҡотҡарҙы. Ә конкурс 20 февралдә тамамлана.    

Беҙҙең ҡотҡарыусы эткә тауыш бирәйек!Беҙҙең ҡотҡарыусы эткә тауыш бирәйек!
Беҙҙең ҡотҡарыусы эткә тауыш бирәйек!

Торин ҡушаматлы бордер-колли Төркиәлә ет тетрәгәндән һуң республикабыҙ ҡотҡарыусылары менән был илгә барып, эҙләү-ҡотҡарыу эштәрендә ҡатнашты.

Әле кешеләргә изгелек ҡылыусы эт "Минең яғымлы һәм кәрәкле йәнлегем" ("Мой ласковый и нужный зверь") халыҡ-ара премияһына дәғүә итә. Конкурс 20 февралгәсә бара. 

Теләге булған һәр кем https://dobrovserdce.ru/#nominanty һылтанмаһы буйынса добровсердце.ру сайтына инеп, 14-се һан аҫтындағы Торинға тауыш бирә ала. Әйҙәгеҙ, беҙҙең этте дәррәү генә алдынғылыҡҡа сығарайыҡ!

 

 

Фото: dobrovserdce.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас